Яҡшымбәт ауылы
Бөгөн беҙҙең хөрмәтле тәүге уҡытыусыбыҙ Рәйлә Ришат ҡыҙы АТЙЕТӘРОВАның матур ғүмер байрамы – 65 йәшлек юбилейы!
1998-2001 йылдарҙа ул беҙҙең класты үҙ ҡанаты аҫтына алды һәм һәр беребеҙгә үҙенең оло йөрәгендә һаҡланған һөйөүен һәм күңел йылыһын бирҙе.
Рәйлә Ришат ҡыҙы беҙгә төрлө яҡлап белем биреп кенә ҡалманы, спортҡа ылыҡтырҙы, гармунда уйнап йыр-моңға һөйөү уятты, экскурсияларға йөрөттө, эшкә лә өйрәтте. Һәр беребеҙҙең күңел торошон аңлап, беҙҙе уҡымышлы, һәләтле балалар итеп үҫтерергә тырышты, шуның өсөн беҙ уға бик рәхмәтлебеҙ!!!
Яратҡан уҡытыусыбыҙ, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңолай оҙон ғүмер, тыныс төндәр, аяҙ таңдар, бәхет-шатлыҡҡа күмелгән көндәр теләйбеҙ, янығыҙҙа һеҙ яратҡан һәм һеҙҙе яратҡан изге күңелле, яҡты уйлы кешеләр булһын, барлыҡ матур хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!!!
Ҙур ихтирам менән һеҙҙең уҡыусылар.