Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
17 Февраль 2025, 05:11

Сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, йәшәү дәртенән айырмаһын

Гөлсөм БАЙДӘҮЛӘТОВАны ҡотлайбыҙ! 

Сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, йәшәү дәртенән айырмаһынСәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, йәшәү дәртенән айырмаһын
Сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, йәшәү дәртенән айырмаһын

Кинйәбай ауылында йәшәүсе иң ҡәҙерле кешебеҙ Гөлсөм Булат ҡыҙы БАЙДӘҮЛӘТОВАны 60 йәшлек күркәм байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөбөҙ, һине ғүмер байрамың менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, йәшәү дәртенән айырмаһын, саф күңелең бер ҡасан да борсолоу белмәһен. Киләсәктә лә донъябыҙҙың ҡото булып, бәхет, хөрмәт күреп, атайыбыҙ менән тигеҙлектә, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, беҙгә үрнәк булып, ейәндәрегеҙҙең уңыштарына ҡыуанып, донъялыҡтың бар рәхәттәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың, тормош иптәшең исеменән балаларың, ейәндәрең.

Автор:
Читайте нас