Урта Бабалар ауылы.
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, яратҡан туғаныбыҙ, апайыбыҙ - Ғәшүрә Тимерғәли ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ барыбыҙҙы ла бергә йыйып берләштереп йәшәй. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Бирешмәйсә тормош елдәренә,
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән апайың Рәшиҙә, еҙнәң Ҡорбанғәле, ағайың Нурғәле, еңгәң Рәйлә, һылыуҙарың Гөлнара, Регина, кейәүҙәрең Сергей, Руслан һәм уларҙың балалары.