Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, әсәйем, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, ҡоҙағыйыбыҙ - Рәйлә Ғәзиз ҡыҙы АҠҺАРОВАны күркәм ғүмер байрамы - тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, бәхет, шатлыҡтар, балаларыңдың ҡыуаныстарын, шатлыҡтарын, изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, атайыбыҙ менән бергә бәрәкәтле, мул тормошта, оҙон һәм тигеҙ ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә,
Теләктәрҙең иң изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ туған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә,
Насип итһен оҙаҡ йылдар беҙгә,
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән улың Ринат, киленең Лилиә,ейәнсәрҙәрең Лиана, Риана, ҡоҙағыйың Ләйсән.