Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
21 Февраля 2025, 04:19

Аҡ бәхеттәр керһен өйөгөҙгә

Ришат менән Фаягөл ЙОМАҒОЛОВтарҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Аҡ бәхеттәр керһен өйөгөҙгәАҡ бәхеттәр керһен өйөгөҙгә
Аҡ бәхеттәр керһен өйөгөҙгә

Кинйә-Абыҙ ауылы

Беҙҙең өсөн иң яҡын булған, хөрмәт иткән ауылдаштарыбыҙ , ут-күршеләребеҙ, туғандарыбыҙ Ришат абый Вәхит улы Йомағоловтың 85 йәшлек, Фаягөл апай Ниғмәт ҡыҙы Йомағолованың 80 йәшлек олпат, мәртәбәле юбилейҙары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ер йөҙө йомшаҡ ап-аҡ ҡарға, сафлыҡҡа төрөнгән мәлдә тыуғанғамы, икегеҙ ҙә саф ихлас күңелле, миһырбанлы, асыҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл. Һәр бер туған-тумасаны, дуҫ-иштәрҙе йылы ҡарашығыҙ, өҫтәл тулы һый-хөрмәт менән ҡаршылайһығыҙ. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән, киләсәктә лә, донъяларығыҙға именлек, бәрәкәт, үҙегеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ, ике донъя рәхәте насип булһын!

Икегеҙ ҙә һуғыш балалары, шуға ла бик иртә “тормош йөгөн” үҙ иңдәрегеҙҙә күтәрергә тура килә. Аллаһҡа шөкөр, ауырлыҡтарға бирешмәй, тормош һынауҙарын сабырлыҡ менән үткәреп ебәрергә үҙегеҙҙә көс таба алғанһығыҙ. “Афариндар!” – тип кенә әйтәһе ҡала һеҙгә.

Ришат Вахитович, һин ғүмер тауының үрҙәренә Фаягөл апай менән бергәләп скандинав таяҡтарың менән яйлап ҡына атлай бир. Ул тау бейек булһа булһын, тик тәпәш кенә булмаһын.

Яңы яуған аҡ ҡарҙай,

Аҡ бәхеттәр керһен өйөгөҙгә.

Сәләмәтлек, йән тыныслығы

Теләйем мин олоғайған көнөгөҙҙә.

Ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын,

Һәр яңы көн шатлыҡ менән тулһын,

Аллаһ рәхмәтенән ташламай

Аяҡтарығыҙ шәп-шәп йөрөп торһон,

Һаулылығыҙ ҡоростай ныҡ булһын.

Беергәләшеп әле бик күп йылдар

Үткәрербеҙ тыуған көндәрҙе.

Һикһән, һикһән биш кенә түгел,

Хоҙай насип итһен туйларға

Туҡһан, туҡһан бишен, хатта, йөҙҙәрен! Амин!

Бына шулай, әле ҡартайырға ашыҡмағыҙ, Ин-шә-Аллаһ, киләһе йылдың көҙөнә Гәүһәр туйығыҙҙы ла күрергә Аллаһы Тәғәлә хәйерле ғүмерҙәр өҫтәп торһон.

Киләсәктә лә һеҙгә йортоғоҙҙоң ҡотон һаҡлап, балаларығыҙға терәк-таяныс булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып йәшәргә лә әле йәшәргә!

Хәйерле оҙон ғүмер, таҙалыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, ғайлә именлеге, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы насип итһен Аллаһы Тәғәлә.

Мәҙинә Ниғмәтуллина (Батырова), балалары, ейәндәре.

Автор:
Читайте нас