Илкәнәй ауылы
Беҙҙең өсөн хөрмәтле яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Йәүҙәт Рәфҡәт улы МӨХӘМӘТШИНды мәртәбәле юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Тырыш, сабыр холоҡло, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл, оло йөрәкле яҡыныбыҙға оло ғүмер тантанаһы айҡанлы барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, тән сихәте, йән тыныслығы, ҡыуаныстарҙан ғына торған бәрәкәтле ғүмер насип итһен Аллаһы Тәғәлә! Киләсәк көндәрең аяҙ, таңдарың имен булып, ҡәҙерле әсәкәйебеҙ, яратҡан ҡатының менән бәхетле пар булып, балаларығыҙҙың, ейәнсәр-ейәндәрегеҙҙең ҡыуаныстарын, изгелектәрен, уңыштарын, теүәллектәрен күреп, киң күңелле терәгебеҙ булып, тыуған йортобоҙға йәм биреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Гелән беҙҙең барыбыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтебеҙҙе, хәстәрлегебеҙҙе тойоп, уңыштарыбыҙға һөйөнөп йәшәргә яҙһын, ҡәҙерлебеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, атай, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән һине сикһеҙ яратыусы ҡатының Зөһрә, улың Айнур, ҡыҙың Айгөл, киленең Эльвира, кейәүең Роберт һәм ейәнсәрең Аделина менән ейәндәрең Айҙар, Арсен, Әнүәр, Әмир, Артур.