Яманғол ауылы
Һөйөклө тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәҙерле өләсәйебеҙ Минзиә Мансур ҡыҙы ИШБАЕВАны оло юбилейы - 70 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ, һиңә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, тыуған йорттоң утын һүндермәй, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Ин изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғиззәтулла, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.