Үрге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн яҡын, ғәзиз кешеләребеҙ, әнәйебеҙ Бүләкбикә Ғайса ҡыҙы менән атайыбыҙ Фәрит Кинйәғол улы ЯЛСЫҒОЛОВТАРҙың иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу айҡанлы тәбрикләйбеҙ!
Алтын туйҙарын ҡәҙерлеләребеҙ лайыҡлы ҡаршылай. Тормоштары күркәм, йәмле, донъялары ҡотло уларҙың. Атай, әней, һеҙ торған йорт ҡыйығында һәр ваҡыт бәхет ҡошо ғына һайраһын, ырыҫ-бәрәкәтле көндәрегеҙҙе иман нуры яҡтыртһын.
Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, йәнтөйәгебеҙҙе һағынып ҡайтабыҙ, сөнки унда эш-ниәттәребеҙгә фатиха, юлдарыбыҙға йүнәлеш, ауыр саҡтарҙа еңеллек биреүсе һеҙ бар.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа ғайлә бәхете, тигеҙ ғүмер, бер-берегеҙгә таяныс булып, иңгә-иң терәшеп, бер-берегеҙҙең күңел яҡтыһын, йән йылыһын тойоп, иҫәнлектә-һаулыҡта, тыныслыҡта, муллыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуасаҡ көндәрегеҙ яҡты, шатлыҡ- ҡыуаныстарға бай булһын, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә ауырыу – һыҙланыу бирмәй артабан да йәшәүҙән йәм табып, балаларығыҙға, яҡындарығыҙға күрһәткән изгелектәрегеҙҙең игелеген күреп, уларҙың күңел йылыһын тойоп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен.
Иң изге теләктәр менән яҡын кешеләрегеҙ - яратҡан ғайләгеҙ!