Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
23 Февраль 2025, 04:02

Ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын

Ришат ЙОМАҒОЛОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһынҠартлыҡ бәхетенән айырмаһын
Ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын

Кинйә-Абыҙ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ришат Вәхит улы ЙОМАҒОЛОВты күркәм 85 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Fүмер миҙгеленең матур байрамында яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, Аллаһы Тәғәлә һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, яҡындарыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең өсөн һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фаягөл, ҡыҙың Эльмира менән кейәүең Нияз, улың Рөстәм менән киленең Гүзәл, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлиә, Марсель, Әлфиә, Эльвина, кейәүең Евгений, киленең Александра, бүләләрең Руслан, Ролан.

Автор:
Читайте нас