Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле кешебеҙ - Гөлйөҙөм Исмәғил ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВАны матур юбилейы - 65 йәше тулыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!! Ҡәҙерле әсәй! Тыуған көнөң менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ.Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын! Беҙ һине яратабыҙ!
ӘСӘЙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Изге теләктәр менән ҡыҙың Гөлфиә, кейәүең Илнур, ейән-ейәнсәрҙәрең.