Аҡһары ауылы
Донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле кешебеҙ Нурия Яҡуп ҡыҙы СОБХАНҒОЛОВАны тыуған көнө уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һинең кеүек үтә сабыр, оло йөрәкле, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған, изге күңелле, ғәҙел кешеләр бик һирәктер. Беҙгә биргән ныҡлы тәрбиәң, матур кәңәштәрең, һәр ваҡыт йылмайған яҡты йөҙөң, тәмле аштарың, аҡыллы кәңәштәрең өсөн рәхмәт! Киләсәк тормош юлдарын да бергәләп үтергә насип булһын.
Һөйөклөбөҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ихтирамын, иғтибарын күреп, именлектә генә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Атыр таңдарың – аяҙ, кистәрең – айлы, көндәрең – ҡояшлы, ижадың – емешле булһын!
Һәр яңы көн уңыш алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәктәрҙә
Донъя тулһын һөйөү, сафлыҡҡа.
Дуҫ-туғандар ишектәрҙе ҡаҡһын,
Шатлыҡ, байлыҡ ситләп үтмәһен.
Бар теләктәр тик тормошҡа ашһын,
Бәхеттәргә ҡырау төшмәһен!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, тормош иптәшең, ейән-ейәнсәрҙәрең.