Бөтә яңылыҡтар

Бәхеттәрең тулып торһон

Әнис ҠОБАҒОШОВты матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Бәхеттәрең тулып торһон
Бәхеттәрең тулып торһон

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле еҙнәбеҙ Әнис Әкрәм улы ҠОБАҒОШОВты - 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Хоҙай һине һаулыҡтан айырмаһын, дәрт, дарманың гел ташып торһон.
Киләсәктә лә апай менән иңгә-иң терәшеп, яҡындарығыҙға терәк, кәрәк булып, бәхетле тигеҙ ғүмер кисерегеҙ. Һеҙ беҙгә үрнәкһегеҙ, беҙ һеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ.
Ҡотло булһын юбилейың,
Һиңә бөгөн 55 йәш.
Сирләмә, гел йылмайып тор
Йөҙҙәрең булһын йәп-йәш!
Тыуған көнөң ҡотло булһын,
Аҙымдарың хутлы булһын.
Әйткән һүҙең утлы булһын.
Бәхеттәрең тулып торһон.
Иң изге еләктәр менән Бәйғүбәковтар, Сәйфүтдиновтар, Хәсәновтар, Хәсәновтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: