Күмертау калаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Әнис Әкрәм улы ҠОБАҒОШОВты 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!
Тырыш, сабыр холоҡло, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл, оло йөрәкле яҡыныбыҙға теләйбеҙ ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, ҡыуаныстарҙан ғына торған бәрәкәтле оҙон ғүмер насип итһен. Еңел булмаған эшеңдә гел уңыштар юлдаш булһын. Киләсәк көндәрең аяҙ, таңдарың имен булып балаларыңдың ейән - ейәнсәреңдең ҡыуаныстарын, изгелектәрен, уңыштарын күреп, парлылыҡта оҙон оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ!!! Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!!!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһеңдә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, атай, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!!!
Иң изге теләктәр менән һине сикһеҙ яратыусы ҡатының Зөлфиә, ҡыҙың Зәлидә, улың Фәнзиль, кейәуең Рафаэль, киленең Айгөл, ейәнең Марат, ейәнсәрең Лилианна.