Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, еҙнәбеҙ, яратҡан олатайыбыҙ, һөйөклө тормош иптәшем Юлай Рәжәп улы ХӘЛИТОВты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең яҡыныбыҙ киң күңелле, хәстәрлекле, ярҙамсыл, эшһөйәр, оҫта ҡуллы, ғәҙел кеше. Ихлас әңгәмәсе лә, кешелекле һәм кеселекле лә ул. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Юбилейың менән! Һаулығың ныҡ, бәхетең тулы, ғүмерең оҙон булһын. Алда һине ҡыуаныслы мул тормош көтөп торһон. Кешеләргә эшләгән изгелектәрең йәнеңә тыныслыҡ, тәнеңә сихәт булып ҡайтһын. Бергәләп бәхетле мәлдәрҙе күберәк кисерергә яҙһын.
Һин - минең ярты яҙмышым,
Өлөшкә тейгән көмөш.
Күпме ғүмер бар, - беҙ шуны
Бергә үтергә тейеш.
Мин күнәм бөтәһенә лә:
Яҡшыға, яманына,
Көндәрҙең салт аяҙына
Һәм болотло сағына.
Ҡыуанысың булһа, мин дә
Бергәләп ҡыуанырмын.
Хәсрәттәр төшһә башыңа,
Иркәләп йыуатырмын.
Һуҡранмам, тормош ауыр, тип,
Башым эйелмәҫ түбән,
Йөрәктә саф мөхәббәт, ул
Һүнмәҫ йылдар үтеүҙән.
Тик икебеҙҙең араға
Яуыз елдәр өрмәһен,
Һәм ялғанлыҡ – юха йылан
Беҙҙең өйгә кермәһен.
Икәүебеҙгә бер яҙмыш –
Тормоштан тейгән өлөш.
Күпме ғүмер бар, - беҙ шуны
Ғәҙел йәшәргә тейеш.
Иң изге теләктәр менән балалары Нурсилә, Илдар, Айҙар, ҡәйнеше Азат, балдыҙы Флүзә, кейәүе Марат, килендәре Алина, Рүзилә, Гөлгөнә, ейәнсәре Аделя, Тимур һәм Айдилә исеменән тормош иптәше Фәнүзә.