Яҡшымбәт ауылы.
Беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ - Юлай Рәжәп улы ХӘЛИТОВты күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең дуҫыбыҙ бик тырыш, уңған, туған йәнле, хәстәрлекле, тынғыһыҙ йөрәкле кеше. Ошондай матур ғүмер байрамында уға күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхеттәр теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош иптәшең Фәнүзә менән тыныслыҡта, муллыҡта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Балаларығыҙзың изгелектәрен күреп, туғандарындың ихтирамын тойоп оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һеҙ йәшәгән өйҙөң ишеген!
Иң изге теләктәр менән дуҫтарығыҙ Илһам, Гөлдәр Әхмәтовтар һәм уларҙың балалары.