Бөтә яңылыҡтар

Ҡоҙабыҙҙың алдағы көндәре тыныс, шатлыҡлы булһын

Рафиҡ  АБДРАХМАНОВҡа изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Ҡоҙабыҙҙың алдағы көндәре тыныс, шатлыҡлы булһын
Ҡоҙабыҙҙың алдағы көндәре тыныс, шатлыҡлы булһын

Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле ҡоҙабыҙ Рафиҡ Хөснулла улы АБДРАХМАНОВты күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Беҙҙең ҡоҙа кешелекле, ярҙамсыл, уңған, булдыҡлы кеше. Ул бар ғүмерен тыуған еренә бағышлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда шофер булып эшләй. Бәхетен дә ул үҙ ерендә таба, үҙе кеүек шәп, егәрле Хәҙисә ҡоҙағыйыбыҙ менән ҡауышып, өс балаға ғүмер бирәләр (ҡоҙағыйыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын).
Әле лә Рафиҡ ҡоҙабыҙ тормош мәшәҡәттәренә, ауыр һынауҙарына бирешмәй, донъяһын матур итеп баға, мал тота, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен шатланып ҡаршы ала, күстәнәстар биреп оҙатып ҡала. Хөрмәтле ҡоҙабыҙҙың алдағы көндәре тыныс, шатлыҡлы булһын. Уға ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер насип итһен Аллаһы Тәғәлә!
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән Зөлфәҡәр һәм Гөлнур Акһаровтар.

Автор:
Читайте нас: