Яҡшымбәт ауылы
Иң ҡәҙерле, иң яҡын, яратҡан кешебеҙ, хәстәрлекле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Рафиҡ Хөснулла улы АБДРАХМАНОВты матур байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ!
Атай, һиңә бөгөнгө матур байрамыңда ниндәй генә теләктәр теләһәк тә әҙ булыр һымаҡ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин. Беҙҙең бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн һиңә мең-мең рәхмәт әйтәбеҙ! Һин беҙгә кәрәк тә, үрнәк тә, терәк тә!
Һәр ваҡыт алсаҡ, ябай, ярҙамсыл, тырыш булған ҡәҙерле кешебеҙгә
ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң-иң олоһон, hаулыҡтын иң-иң ныҡлыһын теләйбеҙ! Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле булып, йәшәүҙән йәм табып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙҙең күңел йылыhына сорналып, шатлыҡтарға ғына төрөлөп йәшәргә насип булhын! Ғүмер юлдарың йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Беҙ hине бик ныҡ яратабыҙ, hин булғанға беҙ бәхетле!!!
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.