Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, кейәүебеҙ - Рафиҡ Хөснулла улы АБДРАХМАНОВты - 70 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ. Гел шулай балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк, кәрәк булып йәшә! Хоҙай һине һаулыҡтан айырмаһын, дәрт, дарманың ташып торһон.
Ҡотло булһын юбилейың,
Һиңә бөгөн етмеш йәш.
Сирләмә, гел йылмайып тор
Йөҙҙәрең булһын йәп-йәш!
Тыуған көнөң ҡотло булһын,
Аҙымдарың хутлы булһын.
Әйткән һүҙең утлы булһын.
Бәхеттәрең тулып торһон.
Иң изге теләктәр менән ҡайнағаң Ғайнан, еңгәң Гүзәл.