Бөтә яңылыҡтар

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең

Әхәт ӘБДЕЛМӘНОВты ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең

Ҡансыра ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ - Әхәт Миҙхәт улы ӘБДЕЛМӘНОВты - 65 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ғәзиз кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер һәм именлек теләйбеҙ! Беҙгә - балаларыңа терәк-таяныс булып, ейән-ейәнсәрҙәреңдең наҙына төрөнөп, изгелектәрен күреп, яҡындарыңдың һөйөүөн һәм күңел йылыһын тойоп, әсәйебеҙ менән оҙон-оҙаҡ йылдар, парлы, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә.
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән улдарың Азат, Рәмил, килендәрең Гүзәл, Гүзәл һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Азалия, Әминә, Лия, Асҡар.

Автор:
Читайте нас: