Яҡшымбәт ауылы
Алтын ҡуллы оҫта булараҡ яҡын-тирәлә генә түгел, йыраҡҡа даны таралған күршебеҙ Юлай Рәжәп улы Хәлитов бөгөн матур ғүмер байрамын билдәләй. Юбилейың менән ҡотлап изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Юлай Рәжәп улы – бөтә яҡтан килгән ир-егет булараҡ хөрмәт ҡаҙанған Кеше. Ағас эше оҫтаһы, өлгөлө ғаилә башлығы, байрамдар алып барыусы, йырсы, гармунсы... Ә беҙҙең өсөн Юлай авзый – кәрәк ваҡытта һәр саҡ ярҙамға килеүсе күрше. Күршеләребеҙҙән уңдыҡ, Аллаға шөкөр. Бына инде ике тиҫтә йыл ул беҙгә - аҡыллы һүҙе, ҡул ярҙамы менән дә терәк. Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, тура һүҙле,көслө рухлы Юлай Рәжәп улы күптәргә өлгө булып тора. Аҡыллы һүҙҙәре, урынлы кәңәштәре, ихлас күңеле менән йөрәк йылыһын өләшеп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә ныҡлы аҙымдар менән алға бара. Юлай авзый, һине донъяға килгән көнөң менән тәбрикләйбеҙ. Һиңә иң мөһим теләк - һаулыҡ. Күңел күгегеҙ һәр саҡ аяҙ булһын, хыял түрендә йөрөгән барлыҡ теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын.
Ғүмер үтһен әйҙә, сәс ағарһын,
Тик йөрәккә ҡырау төшмәһен.
Алда булһын бары яҡшылыҡтар,
Йәшәү йәме һис тә китмәһен.
Күршеләрегеҙ Абдуллиндар ғаиләһе.