Шәбағыш ауылы
Ҡәҙерле килендәшем, еңгәбеҙ, әбейебеҙ, апайыбыҙ Зөлфирә Мәғәфүр ҡыҙы АБДРАХМАНОВАны 85 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һәр беребеҙгә терәк-таяныс булған оло йөрәкле, сабыр, аҡыллы, беҙҙең өсөн өҙөлөп торған яҡын кеше хин.
Аллаһы Тәғәлә һине һаулыҡтан, күңел тыныслығынан айырмаһын. Күңелең һис ҡасан борсолоуҙар белмәһен, ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Тормошобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, бәхетле ҡартлыҡ кисер. Күркәм ғүмер байрамың менән тәрбикләп, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай көндәр теләйбеҙ. Яҡындарыңа йылы өләшеүсе йөрәгеңдә йәшәү дәрте һүнмәһен.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә,
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә!
Күпме булһа ерҙә матур теләк,
Бирһен һиңә Хоҙай барын-барын да.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын
Һәр бер көндөң матур таңында.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың.