Түбәнге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Зифа Ғәйзулла ҡыҙы ҒӘЛИМОВАны - 85 йәшлек матур юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе бар ғаиләбеҙгә - балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа бирәһең. Әсәй, һине матур байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, ҡыуаныстарға төрөнөп, сәләмәтлек менән имен тормошта йәшәргә яҙһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәҙөңдән йылмайыу китмәй йәшәй белеүең менән беҙгә өлгөһөң, яратып-һөйөп үҫтереүең өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ.
Тырыш һинең оҫта ҡулдарың,
Матур эҙле үткән юлдарың.
Барса туғандарға, яҡындарға
Һәр саҡ изге булды уйҙарың.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.