Яманғол ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле һәм яратҡан кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Нәсимә Насип ҡыҙы ҒӘЛИЕВАны күркәм ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ яҡты йөҙлө, алсаҡ, мәрхәмәтле йәнле, ҡунаҡсыл, туғандары, яҡындары өсөн йән атып тора. Йылы һүҙҙәренән, файҙалы кәңәштәренән, ярҙамынан берәүҙе лә айырмай. Тырыш, эшһөйәр яҡыныбыҙ инде 30 йылдан ашыу Күмертау дауаханаһында намыҫлы хеҙмәт итә.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы, оло йөрәкле, сабыр холоҡло ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ! Рәхмәт һиңә беҙҙе бәхетле итеп, барыбыҙҙы ла хәстәрләп, ярҙамыңдан, изге кәңәштәреңдән, фатихаларыңдан айырмай йәшәүең өсөн. Бөгөнгө көндә лә барыбыҙҙы хәстәрләп, тигеҙ күреп берләштереп йәшәйһең.
Ғүмереңдең күркәм байрамы менән ҡотлап, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер, эштәреңдә уңыштар, бөгөнгөләй тормош матурлығына ҡыуанып, беҙгә гел шулай терәк-таяныс булып, бәрәкәтле, имен. парлы тормошта оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ!
Юбилейың, ҡәҙерлебеҙ, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, беҙҙең өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Яҡындарың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәкит, улың Рәмзил, киленең Оксана, ейәнсәрҙәрең Риана, Амилия, Динә, кесе улың Динар.