Тимербай ауылы.
Хөрмәтле классташыбыҙ - Альмира Минеүәли ҡыҙы КИЛМӘТОВАны - 55 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Ошо байрамың айҡанлы һиңә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ ҡыуаныстар, оҙон ғүмер, ауырмай һыҙланмай, күңел тыныслығында, яҡындарыңдың изгелеген күреп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен.
Ҡотло булһын бөгөн юбилейың,
Парлы үтһен һинең тормошоң,
Һөйгән йәрең һәм балаларың менән,
Йәшәү яҙһын һиңә яҙмышың.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән классташтарың.