Бөтә яңылыҡтар

Ҡәйнәләр ҙә әнәй бит ул

Бөгөн беҙҙең ғаиләлә ҙур байрам - Тимербай ауылында йәшәүсе беҙҙең иң яҡын кешебеҙ - яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әниебеҙ, хәстәрлекле ҡартәниебеҙ Кильметова Альмира Әхмәтүәли ҡыҙы матур тормош байрамын - 55 йәшлек юбилейын билдәләй!

Ҡәйнәләр ҙә әнәй бит ул
Ҡәйнәләр ҙә әнәй бит ул

Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Яныбыҙҙа һин булғанға донъябыҙ йәмле һәм яҡты, күңелебеҙ наҙ менән тулы. Һин, һинең йәшәү рәүешең, күркәм сифаттарың – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, һинең сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ. Тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен!
Әтейебеҙ менән ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, оҙон бәхетле ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, әней, юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар,
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Тыуған өйҙөң ишеген асып ингәс,
Ҡаршы алыр әлдә Әней бар.

Йән йәремдең әнәһе һин,
Уға ғүмер биргәнһең,
Бәпләп-наҙлап үҫтергәнһең,
Күҙ нурыңдай күргәнһең.

Йәрем өсөн рәхмәт һиңә,
Ул бит һинең емешең -
Күңелеңдең матурлығы,
Йөрәгеңдең тибеше.

Бәғеркәйемдең әнәһе,
Баламдың өләсәһе,
Ҡәйнәләр ҙә - әнәй бит ул,
Әсәкәйҙәр йәшәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөфәр, улдарың Зөлфәт,Айрат, ейәндәрең Фидан һәм Иҙрис исеменән киленең Әлфинә.

Автор:
Читайте нас: