Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә

Дикат Әмир улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИН ғүмеренең күркәм байрамын - 55 йәшлек матур юбилейын ҡаршылай!

Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә

Ҡарай ауылында тыуып, үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Дикәт Әмир улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИН ғүмеренең күркәм байрамын - 55 йәшлек матур юбилейын ҡаршылай!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, йор һүҙле, тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Яратыуыбыҙҙы, оло хөрмәтебеҙҙе белдереп, иң изге теләктәр менән улың Ринат, ҡыҙың Диана, киленең Ләйсән, кейәүең Андрей, ейән-ейәнсәрҙәрең Милена, Мира, Эмир һәм Кира.

Автор:
Читайте нас: