Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған оло ағайыбыҙ, бабайыбыҙ Азат Ҡотдос улы ТҮЛӘКОВты матур юбилейлы тыуған көнө менән бар йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең туғаныбыҙ Яҡшымбәт ауылында Ҡоддос һәм Мөкәрәмә Түләковтарҙың татыу ғаиләһендә, биш баланың икенсеһе булып, 1960 йылдың 15 мартында яҡты донъяға ауаз һала. Ҡул эштәренә оҫталыҡ, кешелеклелек, талапсанлыҡ, айыҡ аҡыл һәм миһырбанлылыҡ кеүек атай-әсәйебеҙҙән күскән матур сифаттарға эйә булған ағайыбыҙ үҙ ғүмерен яратҡан эшенә бағышлай. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 21-се һанлы техник училищены ҡыҙыл дипломға тамамлағас, ул Күмертауҙа телемастер булып эш башлай һәм хаҡлы ялғаса шунда эшләй. Тыуған йорт нигеҙен, ҡотон һаҡлаусы ағайыбыҙға ғүмерҙең оҙонон, һаулыҡтың иң нығын, тормоштоң сағыу биҙәктәрен, бәхет-шатлыҡтарын насип итһен ине. Юбилейлы тыуған көнөң менән, Азат абзый!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Ҡотлау сәләмдәре менән мырҙалары Илдус, Винер, һылыуҙары Гөлнур, Зөлфиә, Илмира, килендәре Фирүзә, Венера, кейәүҙәре Зөлфәҡәр, Илдар, Руслан һәм уларҙың балалары.