Яҡшымбәт ауылында тыуып, әлеге көндә шунда йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡайныбыҙ, ҡоҙабыҙ Сәлим Миҙхәт улы СӘЛИХОВты 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һөйөклө кешебеҙгә иң изге, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл бул. Тыуыр таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын.
Ташламаһын һине бер ҡасан да
Бәхет менән тулы йылмайыу.
Урап үтһен һине ҡайғы-хәсрәт,
Ә йөҙөңдә булһын йылмайыу!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Миниса, ҡыҙҙарың Сәлимә, Ғәлиә, улың Вилдан, кейәүҙәрең Мирас, Данил, ейәнсәрҙәрең Лиана, Әминә, Илгинә,Азалия, Айзилә, ейанең Айсаф, ҡоҙаларың Арсен,Фитрат, Минеүәли, ҡоҙағыйҙарың Гөлнас, Флюра, Фирҙәүес.