Бөтә яңылыҡтар
10

Бәхет шишмәләрегеҙ сылтырап аҡһын

Рәфис менән Айгөл АБДРАХМАНОВАтарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бәхет шишмәләрегеҙ сылтырап аҡһын
Бәхет шишмәләрегеҙ сылтырап аҡһын

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ Айгөл һәм кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ Рәфис АБДРАХМАНОВТАРҙы юбилейлы тыуған көндәре менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ, ғүмер юлығыҙ оҙон, бәхетле, бәрәкәтле булһын! Барлыҡ маҡсаттарығыҙға ирешерлек, хыялдарығыҙҙы ысынбарлыҡҡа әйләндерерлек ныҡлы һаулыҡ, именлек, тәүәккәллек, уңыштар теләйбеҙ. Матур итеп үҫеп килгән улдарығыҙ Артур менән Тимурҙың ышаныслы терәк-таянысы, аҡыллы кәңәшсеһе булып, тормоштоң шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп, тигеҙлектә, парлы матур ғүмер кисерергә насип итһен. Улдарығыҙ ҙа һеҙҙе тик һөйөндөрөп кенә торһондар.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Бәхет шишмәләрегеҙ сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
Ихлас ҡотлауҙар менән әтейең-ҡайның Зөлфәҡәр, әнәйең-ҡәйнәң Гөлнур, һеңлең-балдыҙың Фаягөл, кейәүең-бажаң Ленар һәм бәләкәс Эмир.

Автор:
Читайте нас: