Яҡшымбәт ауылы
Оҙаҡ йылдар йылдар беҙҙе етәкләгән директорыбыҙ, хөрмәтле Гөлнур Ҡотдус ҡыҙы АҠҺАРОВАны матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле, беҙҙе аңлаусы, хеҙмәтебеҙҙе күрә белеүсе, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған, ярҙамсыл, алсаҡ йөҙлө етәксебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, еңел булмаған эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Имен, бәрәкәтле тормошта, донъяларҙы нурлы итеп, бәхетле тормошта, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле өләсәй, ҡатын -ҡыҙ булып, парлы, мөхәббәтле ғүмерҙәрҙә йәшәргә яҙһын.
Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, атыр таңдарығыҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йәшегеҙгә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен, йөҙөгөҙҙән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән "Йәйғор" балалар баҡсаһы коллективы.