Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙ Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы АҠҺАРОВАны матур юбилейы – 60 йәше тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы сәләмтлек, бәхетле, оҙон ғүмер, именлек теләйбеҙ. Киләсәктә лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә һөйөнөп кенә ғүмер кисерергә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Аллаһ һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡшы теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Шулай уҡ, ҡоҙабыҙ Зөлфәҡәр Нурулла улы АҠҺАРОВты ла үтеп киткән юбилейы менә ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Көндәрең ҡояшлы, юлдарың уңышлы, һаулығын ҡоростай ныҡлы булһын. Киләсәктә лә иңгә-иң терәшеп, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, ҡыуанышып, парлы ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә, ҡоҙа-ҡоҙағыйыбыҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙағыҙ Венер, ҡоҙағыйығыҙ Зөлфирә һәм Ленар, Фаягөл менән Эмир Ғәйфуллиндар.