Бөтә яңылыҡтар
10

Килер көндәрең бәхет менән тулһын

Ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Килер көндәрең бәхет менән тулһын
Килер көндәрең бәхет менән тулһын

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙ – Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы АҠҺАРОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле ҡоҙабыҙ һине ошо матур юбилейың менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен. Атыр таңдарың, күңелең – тыныс, ҡояшлы йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын татып, Зөлфәҡәр ҡоҙабыҙ менән артабан да матур пар булып, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын оло юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Рафиҡ, уның ҡыҙы Таңсулпан, кейәүе Альберт һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: