Бөтә яңылыҡтар
10

Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән тулы булһын ғүмерең

Ҡәҙерле туғаныбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән тулы булһын ғүмерең
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән тулы булһын ғүмерең

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле туғаныбыҙ Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы АҠҺАРОВАны ғүмер байрамы - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең яҡын кешебеҙ 1965 йылдың 20 мартында Якшымбәт ауылында тыуып үҫеп буй еткерә. Мәктәпте тамамлағас СДПИ-ла уҡып сыға һәм артабан үҙенең тыуған ауылына уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Ул инде 20 йылдан ашыу мәктәп коллективын етәкләй. Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы “Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре”, шулай уҡ бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнгән. Эшендә ул талапсан етәксе, абруйлы уҡытыусы, өйөндә - һөйөклө ҡатын, ҡәҙерле әсәй, яратҡан өләсәй, туғандар араһында - ҙур таяныс булған, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер хәстәрлекле апай, бикәс, һылыу ҙа.
Изге йөрәкле, ихлас күңелле, алсаҡ йөҙлө туғаныбыҙға ныҡлы һаулыҡта, йән тыныслығында якындарына йылылык өләшеп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, һәр яңы көнгә шатланып, гел шулай әүҙем, көслө рухлы, сабыр, тырыш булып, хеҙмәттәштәренең ихтирам-хөрмәтен тойоп, ҡыҙҙары Айгөл менән Фаягөлдөң изгелеген күреп, тормош иптәше Зөлфәҡәр кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ менән имен һәм бәрәкәтле, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл.
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин - бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ҡотлау сәләмдәре менән абзыйҙары Азат, Илдус, еңгәһе Фируза, һылыуҙары Зөлфиә, Ильмира, кейәүҙәре Илдар, Руслан, мырҙаһы Венер, килене Венера һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: