Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ, булдыҡлы етәксебеҙ - Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы АҠҺАРОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙ эшегеҙҙе яратҡан, һәр эште ҙур яуаплылыҡ, намыҫ менән еренә еткереп башҡарған, оло тәжрибәгә эйә булған педагог булараҡ, беҙҙең өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Үҙегеҙҙең төплө, урынлы кәңәштәрегеҙ менән һәр саҡ ваҡытында ярҙамға киләһегеҙ. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәүсе, матур идеяларығыҙ менән коллективты дәртләндереп, алға әйҙәп тороусы ла. Һеҙҙе ошо күркәм ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, еңел булмаған эшегеҙҙә ҙур ижади уныштар, рухи көс, уй-маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Алдағы көндәрҙә һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Тормошто яратып, үҙегеҙ һөйөү һәм ихтирамға сорналып, тормош иптәшегеҙ менән парлашып, үҫтергән балаларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығында, эшегеҙҙән йәм табып, оҙон-оҙаҡ йылдар илһамланып, дәртләнеп йәшәргә лә йәшәргә яҙһын һеҙгә, Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет-шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт урта мәктәбе коллективы