Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ, беҙҙе үҙ балалары кеүек ҡурсалап торған ҡәҙерле класс етәксебеҙ Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы АҠҺАРОВАны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Һеҙ, үҙегеҙҙең төплө белемегеҙ, аҡылығыҙ һәм тырыш хеҙмәтегеҙ менән халыҡ араһында оло ихтирам яуланығыҙ. Ер йөҙөндәге бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгегеҙ, сабыр холҡоғоҙ, бөгөнгө көндә лә барыбыҙҙы ла хәстәрләп йәшәгәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәрегеҙҙе биреп, рухи көс өҫтәп, уңыштарыбыҙға һөйөнөп, балаларығыҙҙың матур яҙмышына шаһит булып, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп именлектә, бәхеттә, һаулыҡта, күңелегеҙ менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшәгеҙ әле. Аллаһы Тәғәлә ғүмерегеҙгә бәрәкәт, ҡот, ырыҫ, шәфҡәтле йөрәгегеҙгә көс, йәшәү дәрте бирһен. Тирә-яғыбыҙҙа һеҙҙең кеүек тик изгелек нурҙары, күңел йылыһы өләшеп йәшәүсе шәфҡәтле уҡытыусыларыбыҙ күберәк булһын ине!
Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы, матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, төрлө ерҙәргә сәйәхәттәр ойошторғанығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Юбилейығыҙ менән һеҙҙе, уҡытыусыбыҙ!
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Оло хөрмәт менән Яҡшымбәт мәктәбенең 2016-сы йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән Салауат Хәйбуллин.