Өфө ҡалаһы
Ҡәҙерле улым, абзыйыбыҙ Рәфис Рафиҡ улы АБДРАХМАНОВты 45 йәшлек һәм һөйөклө киленем, еңгәбеҙ Айгөл Зөлфәҡәр ҡыҙы АБДРАХМАНОВАны 35 йәшлек юбилейҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән, ихлас күңелле, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл ҡәҙерлеләребеҙгә киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, балаларығыҙҙың игелектәрен генә күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле, ярҙамсыл, аҡыллы булып ҡалығыҙ. Тормошоғоҙ сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрегеҙ ҙә тормошҡа ашһын! Янығыҙҙа бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарығыҙ һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән атайығыҙ Рафиҡ, һылыуығыҙ Таңсулпан, кейәүегеҙ Альберт, мырҙағыҙ Арыҫлан, киленегеҙ Юлиә һәм дә Айгизә.