Бөтә яңылыҡтар
10

Беҙҙең өсөн терәк һәм кәрәкһең

Илшат ТИМЕРБАЕВты ихлас ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн терәк һәм кәрәкһең
Беҙҙең өсөн терәк һәм кәрәкһең

Тимербай ауылы
Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ, хәстәрлекле ҡартәтейебеҙ - Илшат Кашаф улы ТИМЕРБАЕВты матур ғүмер байрамы - 85 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең турала ниҙәр яҙһаҡ та аҙ булыр кеүек, һинең алсаҡ, ярҙамсыл күңелеңде, туған йәнлелегеңде, тырышлығыңды әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Һин беҙгә лайыҡлы тәрбиә, киләсәк көндәргә ышаныс бирҙең, бөгөнгө көндә лә беҙҙең өсөн терәк һәм кәрәкһең.
Ошо күркәм ғүмер байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ һәм һиңә йүрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Алдағы ғүмер юлыңды именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, күңел тыныслығында, бары тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа үтергә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ!
Һәр бер ирта һине ҡыуандырып
Шатлыҡ менән яңы таң алһын.
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
85 йәшең - оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең һәм балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: