+15 °С
Болотло
Хөрмәтле Рәзилә Иҙрис ҡыҙы!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәреңдең күңел йылыһын тойоп, изгелектәрен күреп, тормош иптәшең менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Ғүмер миҙгелдәрең ҡотло булһын, уны имен тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына биҙәһен.
Иртәләрегеҙ – ҡояшлы, килер көндәрегеҙ – көләс, кистәрегеҙ – айлы, уйҙарығыҙ – яҡты, күңелегеҙ тыныс булһын!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Насип булһын һеҙгә ғүмергә.
Кинйә Арыҫланов исемендәге халыҡ фольклор ансамбле коллективы, Күмертау ҡалаһы.