Бөтә яңылыҡтар
10

Киләсәгең гел бәхеттә үтһен

Гүзәл ФӘРХҮТДИНОВАға иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Киләсәгең гел бәхеттә үтһен
Киләсәгең гел бәхеттә үтһен

Яңы Ямаш ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙҙе, һөйөклө әхирәтебеҙҙе - Гүзәл Ғәли ҡыҙы ФӘРХҮТДИНОВАны ғүмеренең күркәм байрамын - 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Әхирәтебеҙ шул тиклем эшһөйәр, бар нимәгә лә оҫта, бешергән аш-һыуҙары телде йоторлоҡ, тегеү, бәйләмдәре күҙҙең яуын алырлыҡ, үҫтергән гөл-сәскәләре донъяны йәмләп, нурлап тора.
Ул белеме буйынса рус теле уҡытыусыһы булһа ла, бөгөнгө көндә М.Рәхимов исемендәге 3-сө һанлы БРГИ-ла "Оҫта ҡулдар" түңәрәген алып бара, киләсәк быуынға үҙе белгәндәрҙе түкмәй сәсмәй өйрәтә. Тормош иптәше Илдар менән бер ул үҫтерҙеләр, бөгөнгө көндә улдары Айҙар Эске эштәр министрлығы мәктәбенең беренсе курсында уҡып йөрөй. Изге йөрәкле, туған йәнле әхирәтем һылыуы Гөлназға ла ҙур терәк, уны үҙ балаһылай ҡарап, ярҙам итеп йәшәй. Тырыш, уңған, тынғы белмәгән әхирәтебеҙ кешегә ярҙамсыл, йәмғиәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, үҙе йәшәгән йортта домком булып та тора.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, оҙон, парлы, мөхәббәтле, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, аҡман-тоҡман бурандарға, килгән йәмле яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып яҡындарыңдың, дуҫтарыңдың игелеген, ышанысын, тоғролоҡтарын тойоп, һөйөнөс-шатлыҡтары менән оҙон-оҙаҡ йылдар, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарығыҙ Ғәйнетдин һәм Гүзәл Мөхәмәтовтар, Азамат һәм Рәсилә Мөхәмәтшиндар.

Автор:
Читайте нас: