Тамаҡ Бабалар ауылы
Безҙең өсөн бик ҡәҙерле булған, яратҡан апайыбыҙ, бикәсем, инәйебеҙ Зилә Рәфҡәт ҡыҙы ӘЮПОВАны-70 йәшлек ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып алға тәгәрләһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға ҡыуанып, үткәнгә үкенмәй бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып йәшә. Артабан да бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ! Тормошта һинең кеүек ауыр саҡта таянырҙай, эшһөйәр, кешелектең һәм күпселекте кешеләр бик һирәк осрай.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың,
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә,
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шарт, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасанда һис бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Изге теләктәр менән еңгәң Фәниә, туғаның Илһам, киленең Гөлдәр һәм уларҙың балалары.