Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Миңнулла Ярулла улы МӘЗИТОВты 65 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ябай, тырыш, ярҙамсыл булған кешебеҙгә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге һәм бәхете теләйбеҙ.
Киләһе көндәрҙә лә яҡындарыңа терәк-таяныс, кәңәшсе булып, донъяның һәр миҙгеленә ҡыуанып, тормош иптәшең Гөлсөм инәйебеҙ менән бергә балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисерегеҙ.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән һылыуың Ишбикә, кейәүең Ғилемйән, уларҙың балалары Рөстәм, Гүзәл, килене Альбина, кейәүе Азат.