Иҫке Мораптал ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Эргис Карамат улы ХӘСӘНОВты 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!
Һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – аяҙ, уйҙарың – яҡты, күңелең – тыныс булһын. Киләсәк көндәрең дә имен булып, яҡындарыңдың ҡыуаныстарын, изгелектәрен, уңыштарын ғына күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Ҡотло булһын, һинең, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Һау-сәләмәт уҙайыҡ бергәләшеп
Киләсәктә тормош юлдарын.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Альбина, улдарың Рауил, Ильвир, Динислам, киленең Светлана, ейәнсәрҙәрең Есения, Амелия, Эмилия.