Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле улыбыҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Ильвир Карам улы АБДУЛЛИНды 55 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ. Эшеңдә, алдағы тормошоңда бик бәхетле булып, оҙон ғүмер менән, иҫән-һау йәшәүеңде, эшләүеңде ихлас күңелдән теләп ҡалабыҙ.
Әйткем килә һиңә, улым
Һин донъяның кендек өйө.
Эльвираңды, ҡатыныңды, бәхетле итә
Һинең шәфҡәт, һинең һөйөү.
Бәхет-шатлыҡ һеҙгә юлдаш булһын,
Ҡыуаныслы булһын көндәрегеҙ.
Янығыҙҙа һәр саҡ гөрләп торһон
Балаларығыҙ – тормош гөлдәрегеҙ.
Изгеләрҙән-изге теләктәр менән атайың Карам, әсәйең Гөлнур, кәләшең Эльвираң, ҡыҙың Лиана, кейәүең Румил, балалары Айлина, Әдилә, Камил улың, мырҙаң Марат, киленең Зөлфиә уларҙың улдары Ильяс, ҡыҙҙары Розалина.