Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ Ильвир Карам улы АБДУЛЛИНды 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
55 йәш ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына,
тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүеңде теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – аяҙ, уйҙарың – яҡты, күңелең – тыныс булһын. Киләсәк көндәрең дә имен булып, яҡындарыңдың ҡыуаныстарын, изгелектәрен, уңыштарын ғына күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Ҡотлау менән ҡәйнәң, ҡайнағаң Илшат, еңгәң Гөлшат, бажаң Руслан, балдыҙың Гөлфирә һәм уларҙың балалары.