Бөтә яңылыҡтар
10

Беҙҙе ҡыуандырып, йәшә лә йәшә

Салауат ЙОСОПОВты - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Беҙҙе ҡыуандырып, йәшә лә йәшә
Беҙҙе ҡыуандырып, йәшә лә йәшә

Үрге Бабалар ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, изгеләрҙән-изге, хәстәрлекле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайным, олатайыбыҙ - Салауат Ғайфулла улы ЙОСОПОВты - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ғүмереңдең ошо матур миҙгеле һинең иң яҡты, аҡ өмөттәреңде аҡлаһын, хыялдарыңды бойомға ашырһын, тормошоңдо бәхеткә, ырыҫҡа күмһен.
Тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ нурлы, күк йөҙөң аяҙ, бәхет шишмәләрең тулы, киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын.
Атай! Беҙгә, балаларыңа бигерәк бәхетле бала сағыбыҙға, тәрбиәңә, белем биреүҙә ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтырыуыңа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм һинең оло, сабыр, мәрхәмәтле йөрәгең алдында баш эйәбеҙ, миһырбанлы, итәғәтле булыуыңа һоҡланабыҙ. Барыбыҙ өсөн дә ауыр саҡта таяныр терәк, төплө аҡыл бирер кәңәшсебеҙ һин.
Алдағы көндәрҙә лә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең тик ҡыуаныслы хәбәрҙәрен ишетеп, изгелектәрен күреп, әсәйебеҙ менән бәхетле ғүмер кисерегеҙ.
Атай! Һине бик яратабыҙ. Беҙҙе ҡыуандырып, йәшә лә йәшә әле. Һаулыҡ, сәләмәтлек, оҙон ғүмер бирһен Хоҙай һиңә, ҡәҙерлебеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән үрнәк һин.
Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Йәшә әле, атай, йөҙгә ҡәҙәр.
Шат күңелле булып ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәкһең.
Изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: