Үрге Бабалар ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған абзыйым, ҡайнаға, бабайыбыҙ Салауат Ғайфулла улы ЙОСОПОВты күркәм юбилейы 65 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Абзый, һин балаларың өсөн хәстәрлекле, өлгөлө атай булып, ейән-ейәнсәрҙәрең өсөн яратҡан олатай булып, тормош юлдашың Фәүриә еңгәгә оло терәк-таяныс булып матур итеп донъя көтәһегеҙ. Киләсәктә һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы, тормошта тик шатлыҡтар, уңыштар теләйбеҙ. Һәр ваҡыт әлегеләй туған йәнле, изге күңелле, көләс йөҙлө, изгелекле булып йәшә. Тормоштан йәм табып, ҡайғы-хәсрәттәр күрмәй, яҡындарыңдың йөрәк йылыһын тойоп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, һау-сәләмәт булып йәшә лә йәшә.
65 килеп ишек ҡаҡҡас,
Мендем тимә ғүмер түренә.
Күңелеңдә булһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтә, тиеп, һүрелмә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән кейәүең Шамил, һылыуың Зөһрә һәм дә беҙҙең балаларыбыҙ. Баязитовтар ғаиләһе.