Таймаҫ ауылының Рәйес атлы аҫыл, батыр егете менән иң һылыу, уңған Лилиә исемле ҡыҙы мәңгелеккә анттар биреп, сәстәрен сәскә бәйләй.
Был илаһи мәлгә инде күп йылдар үткән, күп һыуҙар аҡҡан.
Бөгөн дә был матур пар - Рәйес Нурислам улы һәм Лилиә Әҡсән ҡыҙы Ғайсаровтар, мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, тирә-яҡты һоҡландырып, Яңы Таймаҫ ауылында гөрләтеп донъя көтә һәм ғаиләләренең алтын юбилейын ҡаршылай.
Яҡындарыбыҙ ғүмер буйы Таймаҫ совхозында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Рәфис һәм Рөстәм исемле аҡыллы, уңған, баһадир улдар тәрбиәләп үҫтерҙеләр.Яландай ҙур, иркен йорт төҙөп инделәр.
Йорттарына йәм өҫтәп, туйҙар үткәреп, килендәр төшөрҙөләр. Ғаиләләрен тулыландырып, һөйөндөрөп, биш сәскәләй ейәнсәрҙәр доньяға ауаз һалды.
Рәйес кейәү, еҙнә, бабай һәм Лилиә һылыу, апай, инәйебеҙҙең күңелдәре киң, шуға ла уларҙың йорттарына бөтәһе лә һыя. Туғандары, дуҫтары - һәр кемде улар ихлас ҡаршылай, тәмле һыйҙары менән һыйлап, изге теләктәрен теләп, күстәнәстәрен биреп, оҙатып ҡала.
Ҡәҙерлеләребеҙ Рәйес кейәү, Лилиә туғаныбыҙ!
Бөгөн һеҙҙең файҙаға 5:0!
Тормош һынауҙарына бирешмәй, ғаилә усағығыҙҙы ел-ямғырҙан һаҡлап, илле йыл иңгә иң терәшеп, гөрләтеп донъя көтәһегеҙ! Ярҙамсыл, изгелекле, туған йәнле булыуығыҙ менән һоҡланабыҙ.
Артабан да тормош дилбегәһен ышаныслы тотоп, бер-берегеҙгә терәк булып, балаларығыҙға, яҡындарығыҙға таяныс булып, уларҙың рәхмәтенә төрөнөп, ныҡлы һаулыҡта, ғаилә именлегендә, мөхәббәт нурына ҡойоноп, бәхетле тигеҙ ғүмер итегеҙ! Төндәрегеҙ айлы, көндәрегеҙ ҡояшлы, илдәребеҙ тыныс булһын! Ғаиләгеҙҙең алтын юбилейы мөбәрәк булһын!
Иң изге теләктәр менән Рыҫҡоловтар, Мәҡсүтовтар, Абдуллиндар ғаиләләре.