Балаларымды ғүмер байрамдары менән ихлас ҡотлайым!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүегеҙҙе теләйем.
Тормошоғоҙ сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөгөҙҙә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Янығыҙҙа бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтар һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Донъям йәмле бары һеҙ булғанға,
"Пар фәрештә" ҡанат ҡаҡҡанда.
Сут - сут һайрар һандуғастарым һеҙ,
Иртә таңда ҡояш ҡалҡҡанда.
Был тормоштоң йәме - тәме лә һеҙ,
Һеҙҙең өсөн йөрәк ҡағышым.
Аҙға ғына күрмәй торһам һеҙҙе,
Йөҙҙәремә сыға һағышым.
Атыр таңым, тыуыр көнөм дә һеҙ,
Күктә балҡып янған ҡояшым.
Хоҙайымдың биргән бүләге һеҙ,
Бәхетлелер шуға яҙмышым.
Дөм ҡараңғы төндә юл курһәтер
Айыма ла һеҙҙе тиңләйем.
"Пар ҡанатлы фәрештә"ләр барҙа
Тормош ауырлығын һиҙмәйем.
Мин бәхетле әсә, донъям теүәл,
Балаларым янда булғанда.
Күңел түрем шатлыҡ - ҡыуаныстан
Мөлдөрәмә булып тулғанда.
Ҡотлау менән Венера әнейегеҙ.