Бөтә яңылыҡтар
10

Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ

Тимербай ӘМИРОВты ҡотлайбыҙ!

Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ
Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ

Йомағужа ауылында тыуып-үҫеп, Илкәнәй ауылында йәшәгән беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Тимербай Нәфиҡ улы ӘМИРОВты матур ғүмер байрамы – 75 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлап, иң-иң изге, йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Киләсәктә лә әсәйебеҙ менән парлашып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, балаларың, туғандарың менән бергәләп, беҙгә терәк булып йәшәргә яҙһын. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улдарың, ҡыҙың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: