Бөтә яңылыҡтар
10

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Динар ВАХИТОВты ҡотлайбыҙ!

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған, ғәзиздәрҙән-ғәзиз улыбыҙ, яратҡан абзыйым - Динар Марат улы ВАХИТОВты йәшлегенең күркәм байрамы - 18 йәше тулыу менән ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Юбилейың менән ҡәҙерлебеҙ. Һин шул тиклем яҡшы күңелле, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш, оло йәнле, яғымлыһың.
Һәр атҡан таң һиңә һаулыҡ, бәхет, тик шатлыҡтар ғына килтерһен! Аралашҡан туғандарың, дуҫтарың, яҡындарың яҡшы уйлы булһын. Бараһы юлдарыңа тик бәхет, осраҡлы һәм осраҡһыҙ уңыштар ғына яуһын. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешеп йәшә. Беҙгә атай-әсәйеңә, туғаныңа кәрәк-терәк булып, мөхәббәткә, хөрмәткә, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йәшә. Тормошоңда ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, яныңда гел ярҙамға килергә әҙер яҡындарың булыуын бер ҡасан да онотма. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ һәм сикһеҙ яратабыҙ!
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән атайың Марат, әсәйең Олеся, һеңлең Эльвина һәм барлыҡ яҡындарың.

Автор:
Читайте нас: